Утыҙынсы тапҡыр ойошторолған күләмле ярышта Башҡортостандан тыш, Һамар, Ырымбур, Свердлов һәм Силәбе өлкәләре, Татарстандан өс йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыш миҙалдары өсөн көрәшһә, 12 йәшкә тиклемге рапирасыларға турнир төбәк-ара статуста уҙғарылды. Көсөргәнешле алыш һөҙөмтәләре буйынса иң күп награда башҡорт спортсыларында булды.



