Таһир Хисмәтуллин сатлама һыуыҡтарҙа ла урман кейектәрен хәстәрләй

Ғафури районы «Аҡкүл» дәүләт тәбиғәт һәйкәле инспекторы Таһир Хисмәтуллин сатлама һыуыҡтарҙа ла урман кейектәрен хәстәрләй. Тәбиғәт йәнле замандашыбыҙ тармаҡта 2000 йылдар башынан хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә ул төбәктең айырым китап яҙырлыҡ тәжрибә туплаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә урман кейектәре күп төрлө. Беҙҙең ижади төркөм алдынан ғына мәҫәлән, тиҫтәләрсә ҡабан үткән. Эҙгә ҡарап түгел, инспектор һалған аҙыҡ артынан килеп урағандар. Ҡыҙғанысҡа, һәләк булғандары ла бар.

Тәбиғәт ҡушыуы. Әлбиттә, кейек ҡырылыуға браконьерҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Уларға дәүләт тарафынан яҡлау тапҡан биләмә лә кәртә түгел. Тотолғандарына ҙур күләмдәге штраф һалына, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әммә, был ғына аҙ, күрәһең.

Ә федераль әһәмиәттәге «Аҡкүл» тәбиғәт заказсыһы биләмәһенә ҡыш уртаһында барып урау еңелдән түгел. Бөгөн быны беҙ үҙебеҙҙә һынаныҡ. Ҡар билдән. Ҡаргиҙәрһеҙ йырып сығырмын тимә. Техниканы ла бер-нисә урында этергә, тартып тигәндәй сығарырға тура килде.

Шуға ҡарамаҫтан, тәғәйен урынға барып етеү инспекторға бер ни тормай. Сөнки, биләмәне контролдә тотоу мөһим.

Ә урман кейектәре һыу ятҡылығы аша үткәндә, төшөп киткән осраҡтары ла юҡ түгел.

Бындай хәлдәрҙә Кушнаренко районындағы «Күләш» ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге ярҙамға килә. Таһир Хисмәтуллин күп тапҡырҙар ярҙамһыҙ ҡалған урман кейектәрен тапшырырған да инде. Билдәле булыуынса, ул үҙәктә хайуандар белгестәр тарафынан дауаланып, һуңынан иреккә сығарыла. Бөгөн Таһир Хисмәтуллиндың күҙәтеүендәге тәбиғәт һәйкәле биләмәһендә, бәхеткә ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән. Киреһенсә, уны бығаса күренмәгән ҡоштарҙың төйәк итеүе билдәле.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ