Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның шәхесе әле асыҡланмаған. Шулай итеп, 8 ғинуар төндә сыҡҡан янғын 4 кешенең ғүмерен алып китте. Янғында зыян күреүсе ғаиләләр бөгөн ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырылды. Тулыраҡ, БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙмала.
Тормошто аҡ биттән башларға теләгәндәй, Сергей менән Екатерина ваҡытлыса торлаҡ бүлмәһе стеналарын аҡ төҫкә буяй. Янғын ваҡытында бер ҡат кейемдә генә тороп ҡалған ғаилә ошо көндәрҙә балаларында йәшәгән. Хәҙер уларға зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу үҙәгенән бүлмә биргәндәр.
Әле Сазонов урамында янғында зыян күреүсе бер нисә ғаилә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығының ваҡытлыса торлағына урынлашҡан. Уларға бүлмә, мебель, көндәлек кәрәк-яраҡтары таратылған.
Янғын 8 ғинуарҙа төндә өс ҡатлы ағас йортта сыға. 15 фатирҙан торған ике ҡатлы йортта теркәлгән янғын һөҙөмтәһендә 25 кеше урамда тороп ҡала. Ҡыҙғанысҡа, янғын 4 кешенең ғүмерен алып китә, ғаиләләрҙең йылдар буйына туплаған мөлкәте көл-күмергә әйләнгән.
Бурҙан ҡала, уттан юҡ. Сазонов урамында зыян күреүселәр бәләһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған. Ябай халыҡ, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары зыян күреүселәргә йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, техника алып килеүен дауам итә, хатта Сазонов урамынан күсеп килеүселәр был әйберҙәрҙе башҡа мохтаждарға таратырға ҡарар иткән.
Янғындың нимәнән сығыуы әлегә билдәһеҙ. Күҙаллауҙар буйынса, ут сығыуға электр линияһындағы юғары көсөргәнеш сәбәпсе булыуы ихтимал. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә. Ә уттан иҫән-һау ҡалған ғаиләләр тормошто яңынан башларға тырыша.
Лилиә Мәҡсүтова



