Башҡортостан башлығы Мортаза Рәхимовты ерләү сараларын буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләү сараларын буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡушты. Был турала республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ойоштороу комитеты ултырышы 12 ғинуар, йәғни бөгөн үтә. Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыу, йома 13 ғинуарға тәғәйенләнгән. Ерләү урыны тураһында мәғлүмәт ойоштороу комитеты ултырышынан һуң асыҡлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 2023 йылдың 11 ғинуарында 88 йәшендә вафат булды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ