Башҡортостанда 2023 йылда спорт өсөн 6,8 миллиард һум тотонола

Республикала ҙур объекттар барлыҡҡа килә. Өфөлә Фехтование һәм спорт көрәше үҙәктәре, шулай уҡ ишеү слаломы комплексы төҙөлә башланы. Баш ҡалала Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәге асылды. Бынан тыш, ҡалаларҙа заманса ГТО майҙансыҡтары ҡороп ҡуйылды, шулай уҡ “аҡыллы спорт биләмәләре” урынлаштырылды. Улар “Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы төҙөлдө. Республикала “Ауыл тренеры” программаһы тормошҡа ашырыла. Былтыр 50 спорт белгесенә 600 мең һум түләнде. Быйылдан был сумма 1 миллион һум була.

Фото №1 - Башҡортостанда 2023 йылда спорт өсөн 6,8 миллиард һум тотонола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ