Республика Хөкүмәте ултырышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлеге ҡаралды. 2022 йылда Саҡмағошта һәм Бөрө ҡалаһында поликлиникалар асылды, шулай уҡ 8 капиталь фельдшер-акушер пункты төҙөлдө, 33 медицина ойошмаһы ремонтланды. Быйыл Баймаҡ ҡалаһында поликлиника төҙөү тамамлана, Республика кардиоүҙәгенең хирургия бүлексәһе, Балалар онкогематологияһы үҙәге, Республика клиник дауаханаһының поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырыла. 2023 йыл аҙағына республикала уртаса ғүмер оҙонлоғон 72 йәшкә еткереү бурысы ҡуйыла. Бының өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу кәрәк, тип белдерелде ултырышта.




