“Мортаза Рәхимов оло яуаплылыҡ, тыуған ер, халыҡ һәм туған телгә һөйөү һәм ихтирам символы”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостандың беренсе президенты тураһында шулай тип белдерҙе. Зөһрә Рәхмәтуллина 2004-2006 йылдарҙа республика Мәғариф министры вазифаһын башҡара.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. 1956 йылда нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводына эш башлай. Предприятиела ябай операторҙан завод директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1990 йылдан Башҡортостан республикаһының Юғары Советы рәйесе. 1993 йылда ул Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана. 1998 йылдың 4 июнендә - икесегә, 2003 йылдың 21 декабрендә - өсөнсө мөҙҙәткә Башҡортостан Президенты итеп һайлана. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә. 2010 йылдың 12 июлендә ул вазифаһын ваҡытынан алда тамамларға теләк белдерә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә.







