Башҡортостан йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовтың вафатынан һуң, уның тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлаша. ”Оҫта етәксе, ихлас кеше булды, балаларҙы яратты”, - тип яҙа социаль селтәрҙә Мортаза Ғөбәйҙулла улы хаҡында республикала йәшәүселәр. “Ул беҙҙең районда Башҡортостандағы меңенсе мәктәпте асты. Уны төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе”, - ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.
Йырсы Илшат Сибәғәтуллин әйтеүенсә, Мортаза Рәхимов уға ҙур сәнғәткә килергә этәргес биргән.
Мортаза Рәхимов республика менән етәкселек иткән йылдарҙа Мортаза йыш ҡушылған исемдәр араһында булды. “Беҙ ҙә Беренсе Президентыбыҙ хөрмәтенә улыбыҙға уның исемен ҡуштыҡ”, - ти Өфөлә йәшәгән Светлана Насырова.
Мортаза Рәхимов кисә вафат булды. Уға 88 йәш ине.







