2003 – 2013 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фидүс Ямалетдинов Мортаза Рәхимовтың вафатынан һуң шулай тип белдерҙе. “Ул етәкләгән команда ағзаһы булыуым һәм ул йылдарҙа атҡарылған эштәр өсөн ғорурланам”, - тине ул.
Беренсе президентты һуңғы юлға оҙатыу сараһы иртәгә Өфөлә үтә. Иртәнге сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән теләгән һәр кеше хушлаша ала. 12-лә матәм митингы башлана. Башҡортостандың төп телеканалдары хушлашыу сараһын тура эфирҙа күрһәтә. Мортаза Рәхимов Өфөнөң Мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла.







