Белорет районы Әзекәй ауылында башҡорт тоҡомло аттарҙа төбәк-ара бәйге үтте

Санаға егелгән аттар ҡар туҙҙырып алға ынтыла. Ялан тирәләй өс әйләнеш яһап, беренсе килгән экипаж еңеүсе. Көйәрмәндәрҙең дәртле тауышы, ярһыу аттарҙы тағы ла сәмләндергәндәй.

Төп ярыш һыбайлылар араһында барҙы. Улар мең ярым, 3600, 4800, 6000 һәм 8400 метр арауыҡта көс һынашты. Һәр дистанцияның үҙ еңеүсеһе билдәләнде. Саналы экипаждар араһында Белорет районынан Эдуард З!биров еңеү яулаһа, 8 саҡрымдан ашыу араға сабышта Винарис Вәлиев беренсе килде.

Белорет районы Әзекәй ауылы эргәһендәге яланда «Аҡбуҙат» бәйгеһе быйыл бишенсегә үтте. Ярыш Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы. Әзекәй ауыл биләмәһе хакимиәте һәм урындағы йылҡы малы үрсетеүселәрҙең башланғысы менән ойошторола. Быйыл ул төбәк-ара статусҡа сыҡты. Бәйгегә Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил райондары һәм күрше Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә ҡушылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ