Башҡортостанда спиртлы эсемлек эсеп руль артына ултырған водителдәргә имтихандан һуң махсус репортаж күрһәтелә башланы. Иҫерек килеш транспорт менән идара итеп кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә сәбәпсе булған водителдәрҙең үкенестәре, хаталары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Имтиханға тәүгә түгел , ә икенсе, өсөнсө тапҡыр... Водитель таныҡлығын ҡайтарырға теләүселәр хаталарын яҡшы аңлай. Уларҙың күбеһе рулгә спиртлы эсемлек эсеп ултырған. Уларға йыл ярым - ике йыл дауамында транспорт менән идара итеү тыйылған.
Водитель таныҡлығын ҡайтарыу өсөн имтихан тапшырыусыларҙың теоретик белеме генә тикшерелмәй, улар менән аңлатыу эше лә алып барыла. Экзамендан һуң водителдәргә иҫкәртеү репортажы күрһәтелде. Хеҙмәттәшебеҙ Анастасия Илсебаева әҙерләгән видеояҙмала иҫерек килеш руль артына ултырып кеше ғүмерҙәрен һәләк итеүселәрҙең яҙмышы һүрәтләнә.
Имтихан тапшырырға килгән 15 водитель араһында уртаса 3-5 кеше генә һынауҙарҙы беренсе тапҡырҙан үтә. Водитель таныҡлығын ҡайтарып яңынан руль артына эскән килеш ултырыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хәмер яратыусы водитель 300 меңгә тиклем штраф түләп ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Әммә ниндәй генә яза ҡаралмаһын, кеше ғүмерҙәрен кире ҡайтарып булмай.
Флорида Ким






