13 ғинуарҙа Өфө үҙәгендә транспорт хәрәкәте сикләнә

Иртәгә, 13 ғинуарҙа, Өфө үҙәгендә иртәнге сәғәт 9-сы яртынан көндөҙгә 3-сө яртыға тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә. Был ваҡытта Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты ерләү һәм хушлашыу тантанаһы үтә.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин (Кировтан - Пушкин урамына тиклем), Пушкин (Совет урамынан - Степан Разинғаса), Степан Разин (Пушкиндан Кесе Бакунинға ҡәҙәр), Кесе Бакунин (Степан Разиндан Алтай урамына тиклем), Алтай (Татар урамынан Пятигорск урамынаса) урамдары ябыла. Был осорҙа ҡала транспортының хәрәкәт схемаһы ла үҙгәрә. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә һәм маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ