Заманса аппарат яман шештәрҙе нур менән дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Элекке ҡоролмаларҙан айырмалы, ул күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ эшләй. Яңы техника онкология менән яфаланған 80 проценттан ашыу пациентҡа дауаланыу өмөтөн бирә. Инновацион ҡоролма менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.
70-те уҙған был пациент Нефтекаманан килгән. Уның нур менән дауаланыу курсы тамамланыу алдында. Ир һаулығын алдан уҡ хәстәрләй башламағанына үкенә. Интервью ваҡытында күҙҙәренә йәштәр эркелә. Тик яңы аппарат булыу менән, уҙамандың дауаланыуға ышанысы артты. Белгестәр әйтеүенсә лә, техника пациенттарға панацея кеүек тә йоғонто яһай.
Заманса ҡоролма, элеккеләре менән сағыштырғанда, бер үк ваҡыт арауығында ике тапҡырға күберәк пациент ҡабул итеу ҡеүәтенә эйә. Әйтәйек, быға тиклем бер сәғәттә 4-5 пациент дауалана алһа, хәҙер улар ундан арта. Аппараттың дауалау тиҙлегенән башҡа, сифаты ла күпкә юғары.
Элекке аппараттарҙан айырмалы, пациент һелкенһә лә, нур терапияһы дауам итә. Нурҙар яман шеш күҙәнәктәренә теүәл йүнәлтелә, тимәк, дауаланыуҙың хәүефле эҙемтәләре кәмей. Заманса технология ярҙамында пациенттың һау күҙенәктәре аҙыраҡ зыян күрә.
Яңы ҡоролма компьютер томографын хәтерләтә. Элекке техника менән сағыштырғанда, ул тауышһыҙ булыуы менән айырыла. Тимәк, пациент та үҙен күпкә тынысыраҡ тоя.
Заманса аппаратты файҙаланыу яман шеште уңышлы дауалауҙа этәргес булмаҡсы. Уның ярҙамында тулыһынса дауаланыу осраҡтары бер нисә тапҡырға артасаҡ. Әлеге ваҡытта Республика клиник онкология диспансерында яңы аппарат башлыса кесе янбаш органдарын дауалау өсөн файҙаланыла. Киләсәктә уның мөмкинлектәрен киңәйтеү ҡаралған.
Рәзилә Ғиниәтуллина



