Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. 37-се тапҡыр ойошторолған күләмле бәйгелә өс йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Йәш телһөйәрҙәр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Өфө сәхнәһендә яңғыраған ҡурай моңо республика район-ҡалаларынан йыйылған уҡыусыларға рух күтәренкелеге өҫтәне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен йөрөткән белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданы асыу тантанаһы үтте. Быйыл күләмле бәйгенең һайлап алыу этаптарында ике меңгә яҡын бала ҡатнашҡан. Иң-иңдәр баш ҡалала уҙғарылған йомғаҡлау сараһына саҡырылған.
Олимпиаданы асыу тантанаһынан һуң 9-11-се скласс уҡыусылары гимназия кабинеттары буйлап таралды. Йомғаҡлау этабында улар викторина, тест һорауҙарына яуап бирергә, текст буйынса лексик-грамматик эш башҡарҙы. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән төркөм төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе.
Викторина-тест һорауҙарына яуап биреүгә бер сәғәт кенә ваҡыт бирелде. Уҡыу программаһын туған тел булараҡ үҙләштереүселәргә күпкә ҡатмарлыраҡ эш тәҡдим ителде.
Олимпиадала ғәҙәттәгесә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡатнашыусылар булған, улар араһында бәйге айырым уҙғарылған. Әле ул республика телһөйәрҙәре өсөн ойошторолдо.
Баһалама комиссияһына юғары уҡыу йорттарынан тел белгестәре саҡырылған. Шулай уҡ балаларҙың эштәрен колледж уҡытыусылары ла ҡараясаҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада һөҙөмтәләре иртәгә, 13 ғинуарҙа билдәле була. Бүләкләү тантанаһы гимназияның тамаша залында үтә. Еңеүселәр һәм призерҙар юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә унға тиклем өҫтәмә балл ала.
Гөлназ Хәйбуллина



