Илдә хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусылар көнө тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ведомствоға нигеҙ батша Петр 1-се указы менән 301 йыл элек һалына.
Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә үткән тантаналы ултырышҡа республиканың төрлө ҡала-райондары прокурорҙары, оҙаҡ йылдар ошо системала эшләгән ветерандар саҡырылды. Прокуратура хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы тәбрикләне.
Ведомство 3 быуаттан ашыу илдәге тәртип, хоҡуҡ һағында тора. Башҡортостан прокуратураһы илдә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала. Ведомство хеҙмәткәрҙәре республиканың власть органдары менән берлектә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың проблемаһы хәл итеү буйынса әүҙем эш алып бара. Тантаналы ултырышта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау менән бер рәттән, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.



