Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовҡа бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Республика Башлығы әйтеүенсә, Мортаза Рәхимов республиканы ҡеүәтле сәнәғәт төбәге, Рәсәйҙең ышаныслы терәгенә әйләндереүҙә ҙур көс һалды. “Ул кешеләрҙе яратты һәм халыҡ өсөн эшләне”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимов һуңғы осрашыуы тураһында ла һөйләне. Башҡортостан Башлығы уны Яңы йыл менән ҡотларға барған.
Республиканың беренсе президенты менән хушлашыу бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә.







