Бөгөн Башҡортостан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙата

“Ҙур шәхес. Гражданин. Кеше. Етәксе һәм лидер. Ул бөтә тормошон Башҡортостан халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ҡатмарлы осорҙа йәмғиәтте берләштерҙе, республиканы ҡеүәтле төбәк итә алыуға өлгәште”. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров матәм митингында шулай тип белдерҙе. “Мортаза Рәхимовтың эштәре дауам итә. Исеме беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк”, -  тине ул.

Бөгөн Башҡортостан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙата

Башҡортостан Башлығы Мортаза Рәхимовты Дәүер символы тип атаны. “Мортаза Ғөбәйҙулла улы халыҡ абруйын яулаған лидер булды. Уны бик күп төбәк етәкселәре һәм туғандаш ил башлыҡтары хөрмәт итте, уны аҡһаҡал тип иҫәпләне, фекеренә ҡолаҡ һалды. Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа барыбыҙ ҙа рәхмәт әйтәбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙата

Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә арналған матәм митингы барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Башҡортостан Республикаһының  беренсе Президенты Өфөләге мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙата
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ