Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Быйыл 1 миллиард 400 миллион һум бүленә. Аҡса 17 мең самаһы кешене ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү, яңы һөнәр өйрәтеүгә тотонола. “Уҙған йылда хеҙмәт баҙарын һаҡлап ҡалыу маҡсат ҡуйылғайны. Уға ирештек. Беҙҙә эшһеҙлек ил буйынса кимәлдән түбән. Яҡшы күрһәткес”, - тине Андрей Назаров.







