Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бәхилләшеү өсөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залына меңдәрсә халыҡ йыйылды. Һауа торошоноң һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, республикала йәшәүселәр сәскә, гөлләмәләр тотоп оҙон сиратҡа баҫты. Хушлашыу сараһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.



