Ил президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға Өфөгә килгәндә Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашып һөйләште. Владимир Путин Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика һәм ил кимәлендәге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
Владимир Путин әңгәмәлә Башҡортостандың йылдам үҫешен билдәләне. «Төбәк продукты, сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығы буйынса күрһәткестәр юғары. Эшһеҙлек буйынса киреһенсә, илдә иң түбәне. Төп капиталға инвестициялар дөйөм Рәсәй буйынса алдынғы. Был республиканың юғары темптағы үҫешен күрһәтә», тине ил етәксеһе.
Ил президенты менән эшлекле осрашыуҙа Радий Хәбиров федераль үҙәктән иҡтисади һәм инфраструктура проекттары өсөн финанс ярҙам һораны. Ағиҙел ҡалаһында иҡтисади биләмә порты булдырыу мөһим. Ағиҙел Кама һәм Иҙел йылғалары аша Каспий диңгеҙенә ҡоя. Был Иран һәм башҡа илдәр менән суднолар партнерлығы асыуға мөмкинлек тыуҙыра. Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе һәм транспорт үткәүелен ремонтлау, ике яңы юл үткәргесе төҙөү ҡарала. Шулай уҡ һуғыш ветерандары госпитале өсөн яңы бина төҙөү федераль инвестиция программаһына индереләсәк. Әлеге корпус 1862 йылда төҙөлгән.
Өфөләге биш йыл буйы ябыҡ торған дәүләт циркын яңыртыу өсөн 2 миллиард ярым һум аҡса талап ителә. Владимир Путин был һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙәләне. Әңгәмә һуңында Радий Хәбиров ил етәксеһен быйыл Өфөлә уҙасаҡ унынсы Рәсәй төбәктәре һәм Белорус форумына саҡырҙы.



