Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен арттырыу быйыл яҙ башланыуы ихтимал

Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен арттырыу этаплап башҡарыла. Яңы системаға тулыһынса күсеү өсөн бер нисә йыл кәрәк булыуы мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәткә бик күп төҙәтмәләр индереү талап ителә. Быға тиклем илдең оборона министры Сергей Шойгу граждандарҙың хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен 18-ҙән 21 йәшкә тиклем арттырырға, сиген 27-нән 30 йәшкәсә күтәрергә йыйыныуҙары тураһында белдерҙе.

Фото №1 - Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшен арттырыу быйыл яҙ башланыуы ихтимал
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ