“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, республикала 68 объект файҙаланыуға тапшырылған. Эшмәкәрлек ете йүнәлеш буйынса алып барылды. 51 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, тағы 19 ғаиләгә яңы йорттар төҙөлгән, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса 40 проект тормошҡа ашырылған. Ауыл ипотекаһы ла әүҙем ҡулланыла. Былтыр республика халҡы 790 кредит юллаған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында килә.







