Ҡан ойошоп, тромб барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә, әсә менән бала ғүмеренә ҙур хәүеф янаған. Операция ярҙамында бала тапҡандан һуң, табиптар ҡатынды санитар авиация ярҙамында баш ҡалаға алып килгән. Уникаль осраҡ геройҙары менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Яңы йыл алдынан тыуған сабыйын Елена әле бер тапҡыр ҙа ҡулына алмаған. Малайына ул Илья тип исем ҡушҡан, әммә әлегә уны фото һәм видео аша ғына күргән. Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ҡатын бала тапҡандан һуң киҫкен хәлдә санитар авиация ярҙамында Өфөгә килтерелгән.
Елена 36-сы аҙнала үҙен насар тоя башлай, тикшеренеү үткәргәндән һуң, табиптар уның үпкә артерияһында ҡан ойошоуын асыҡлай. Ҡатын һәм бала ғүмерен ҡотҡарыу өсөн республика клиник дауаханаһы табиптары - ҡан тамырҙары һәм рентген хирургтары, гематолог, акушер, анестезиолог Нефтекамаға юллана. 38 йәшлек ҡатын операция ярҙамында бала тапҡандан һуң, уға ҡан төйөрҙәрен тотор өсөн махсус фильтр ҡуялар.
Әле ҡатын дауаланыуын дауам итә, уның һәм бала ғүмеренә хәүеф янамай. Республика белгестәренең Мәскәүҙәге Пирогов исемендәге милли медицина-хирургия үҙәге табиптары менән берҙәм эш итеүе, дөрөҫ һәм ваҡытлы процедуралы ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Ауырлы ҡатындар организмы ҙур көсөргәнеш менән эшләй. Тап ошо осорҙа ҡан тамырҙары ауырыуҙары киҫкенләшеүе ихтимал. Шуға күрә табиптар улар әйткән кәңәштәрҙе инҡар итмәҫкә кәңәш итә. Компрессион ойоҡтар кейеү, ҡанды шыйығайтыусы дарыуар эсеү ҡан ойошоуҙо иҫкәртә.
Лилиә Мәҡсүтова



