Салауат ҡалаһында ярты йыл самаһы элек эш башлаған ҡурсаҡтар клубы махсус күргәҙмә ойошторҙо

Экспозиция төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был төр ҡурсаҡтар һәр кемгә бала саҡтан таныш. Уны эшләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Еп һәм йомшаҡ тауар ярҙамында теләгән йәнлекте килтереп сығарырға мөмкин. Татьяна Хафизова ярты йыл самаһы инде үҙ студияһында оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

Ҡурсаҡтар аша ул халыҡ фольклорына һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Шуға ла Татьяна Хафизова традицион милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирә. Уның эштәре аша тотош Рәсәй халыҡтарын танырға мөмкин.

Татьяна Хафизова тап ошо маҡсатта клуб ойошторған. Һәр шәмбе балаларға ҡурсаҡ эшләү технологияһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Әле унда 9-сы класҡа тиклемге уҡыусылар йөрөй. Киләсәктә сараны ҡала кимәленә сығарыу күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ