Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путинға ярҙамы һәм республика үҫешен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт әйтте. "Башҡортостан Бөйөк Рәсәйҙең өлөшө булды, булып ҡала һәм буласаҡ. Президентҡа рәхмәт. Владимир Путинға әйтелгән бер тәҡдим дә иғтибарһыҙ ҡалманы. Юл төҙөлөшөндә ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла, индустриаль һәм технопарктар үҫешә. Дауаханалар төҙөлә, мәктәптәргә капиталь ремонт эшләнә," - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.







