Башҡортостанда оло йәштәгеләр дауаханаға бушлай бара ала

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 65 йәштән өлкәндәр медицина ойошмаһына ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Былтыр 8 мең 100-ҙән ашыу кеше ошондай хеҙмәт менән файҙаланған. 259 кеше өйҙә медицина ярҙамы алған. “Демография” милли проектына ярашлы мобиль медицина бригадалары ойошторолдо. Автотранспорт һатып алыу өсөн бюджеттан 34 миллион һум бүленде.

Фото №1 - Башҡортостанда оло йәштәгеләр дауаханаға бушлай бара ала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ