Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле программала 669 етештереүсе ҡатнаша. Быйыл уларҙың һанын 750-гә еткереү ҡарала. Былтыр 117 ойошма “Башҡортостан тауары” проекты дипломанты булған. Улар араһында бәләкәй һәм урта компаниялар, шулай уҡ ҙур хужалыҡтар бар. Проектта ҡатнашҡан етештереүселәрҙең тауары федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәрендә һатыла.







