Владимир Путин Башҡортостандың һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш юлына сығыуын иғтибарға алды

Өфөлә һуғыш ветерандары республика клиника госпиталенең яңы бинаһын төҙөү федераль инвестиция программаһына индерелеү мөмкинлеге ҡарала. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыуы барышында фекер алышты. Дәүләт башлығы менән һөйләшеү барышында, шулай уҡ Өфө циркы бинаһын төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Һуғыш ветерандары республика клиник госпитале 1860 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Революцияға тиклем унда, епархия ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы һәм балалар приюты эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сеченов исемендәге Мәскәү медицина институты һәм эвакуациаланған госпиталь күсерелә. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы. Дәүләт тарафынан һаҡлана. Тарих туҙаны ҡунған бина етди төҙөкләндереү һәм һаҡсыл ҡараш талап итә.

Һуғыш ветерандары республика клиник госпитален «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә урынлаштырыу ҡарала. Проект буйынса стационар 550 урынға иҫәпләнгән. Шулай уҡ сменаһына 300 кешене ҡабул итергә һәләтле поликлиникаһы ла булырға тейеш. Дөйөм майҙаны 45 мең квадрат метр. Табиптар фекеренсә, госпиталдең яңы бинаға ихтияжы ҙур.

Ветерандар госпиталенең шифахана менән йәнәш урынлашыуы дауаланыусылар өсөн дә уңайлы булыр тигән фекерҙә табиптар. Проект буйынса дауалау учреждениеһының хаҡы 10 миллиард һум самаһы. Рәсәй Президенты менән осрашыу барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөштө федераль инвестиция программаһына индереү мәсьәләһен күтәрҙе.

Өфөнөң 450 йыллығына дәүләт циркы бинаһын төҙөкләндереү пландары ла бар. Күркәм юбилейға ул заман талаптары буйынса яңыртылырға тейеш.

Әммә цирк бинаһы федераль милектә. Шуға ла Өфөләге төп аренаны төҙөкләндереүҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеү үтенесе менән Башҡортостан башлығы Рәсәй президентына мөрәжәғәт итте.

Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы ил Президентын быйыл июнь айында үтәсәк Рәсәй - Белоруссия төбәктәре форумына һәм Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү сараларына саҡырҙы. Владимир Путин Башҡортостандың һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш юлына сығыуын иғтибарға алды һәм артабанғы ҡаҙаныштар өсөн уңыштар теләне.

Рафиҡ Әхмәтшин

Волна
Акции БСТ