Башҡортостан бөтә төп йүнәлештәр буйынса ыңғай күрһәткестәргә өлгәшә

Эске төбәк продукты, сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы үҫә. Эшһеҙлек кимәле буйынса илдә иң түбән күрһәткестәрҙең береһе республикала.

Был турала Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Төп капиталға инвестициялар дөйөм ил күрһәткестәренән алдараҡ бара, тимәк, яҡын киләсәктә республика үҙенә яҡшы үҫеш темптарын гарантиялай, тине дәүләт башлығы. Республика ябай булмаған 2022 йылды производство индексы буйынса үҫеш менән тамамланы. Ауыл хужалығы тармағы буйынса үҫеш ныҡ күҙәтелде, һуңғы өс йыл эсендә инвестиция үҫеше 31 процент тәшкил иткән.

Рәсәй Президенты Радий Хәбировҡа, уның идара итеү командаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында даими хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡарған эштәрегеҙ бик мөһим. Мин күп тапҡыр, был турала әйткәнем булды, Башҡортостан был мәсьәләгә шулай яуаплы ҡарауы өсөн бик шатмын, тине Дәүләт башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ