Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе Мария Лаврентьева 100 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мария Никифаровна ауыр тормош юлы үткән. Үҫмер сағында Донбассҡа эшкә юлланып ул Германия концлагеренда хеҙмәт пленына эләгә. Биш йыл дауамында ул сваркала ир-егеттәр эшен башҡарып 1945 йылда ғына тыуған иленә ҡайтҡан.

Иретеп йәбештереү менән эшләгәндә ниндәйҙер етешһеҙлек яһап, мине бер нисә тәүлеккә подвалға ултырттылар. Һыуыҡ, дымлы урында оҙаҡ булғандан һуң ҡаты ауырыным, әммә беҙҙе хеҙмәткә тиҙ ҡайтарҙылар. Беҙ эш ҡулдары булараҡ немецтарға бик кәрәкле инек.

Мария Лаврентьева, Хеҙмәт концлагеры тотҡоно

Хеҙмәт лагерында Мария Лаврентьева Донбасс егетенә кейәүгә сығып һуғыштан һуң Любовь исемле ҡыҙ бала таба. Әммә уның тормош иптәше фронтҡа алынып хәбәрһеҙ юғала. Мария Никифаровна Өфөлә оҙаҡ йылдар тегенсе булып эшләп, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ветеранды юбилейы менән тәбрикләп яҡын кешеһенә изге теләктәр еткерҙе.

Әсәйем ихлас йөрәкле һәм дәртле кеше. Ғаилә эсендә һәр саҡ йылы мөнәсәбәт ойоштора белә. Аш-һыуға, баҡса эштәренә, тегеүгә оҫта. Юмор һәм сәләмәт тормош уға 100 йәшендә лә үҙен яҡшы тойорға көс бирәҙер тип уйлайым.

Любовь Шевцова, Мария Лаврентьеваның өлкән ҡыҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ