Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто асылды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр урындағы клубта янғын сығыу сәбәпле, ауыл халҡы мәҙәни сараларҙы үткәреү өсөн бинаһыҙ тороп ҡалғайны. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында яңы объектты мәктәптең бер өлөшөнә күсереү ҡарары ҡабул ителде. Төҙөкләндереү эштәре бағыусылар ярҙамында ойошторолған. Мәҙәниәт йортоноң илле урынлыҡ тамаша залы, административ бүлмәһе бар, тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ