Төньяҡ балҡышын өйҙән сыҡмай ҡарарға була. Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре һәм студенттары «Аврора»веб-сервисын ойоштороп компьютер аша төньяҡ балҡышын һәм башҡа тәбиғи күренештәрҙе күҙәтергә мөмкинлек асты. Виртуаль глобусҡа мәғлүмәт Ер шарының төрлө нөктәләренән реаль ваҡытта ебәрелә һәм ҡулланыусылар бар матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күрә ала.



