Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак Өфөлә йәшәүсе һигеҙ йәшлек Артемдың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ҡыш бабайҙан ул велосипед һорап хат яҙған. «Теләктәр шыршыһы» проекты буйынса гитара, фортепьяно, спорт йыһаздары һораусы сабыйҙарҙың теләктәрен тормошҡа ашырыу икеләтә ҡыуаныслы тип билдәләй проектта ҡатнашыусы етәксе.






