Белорет районынан ун бала Мәскәүҙә ойошторолған Яңы йыл тамашаһын ҡараны

Белорет районынан ун бала «Төнгө бүреләр» мотоклубы тарафынан Мәскәүҙә ойошторолған Яңы йыл тамашаһын ҡараны. Мәҙәни сараға махсус хәрби операция барышында һәләк булыусыларҙың ул-ҡыҙҙары саҡырылды. Әсәйҙәре, уҡытыусылары менән килгән балаларға башта илдең баш ҡалаһы буйлап экскурсия уҙғарылды.

Артабан улар байк-үҙәккә барып, әкиәт персонаждары ҡатнашлығындағы шоу-программа ҡараны. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта «Төнгө бүреләр» Бөтә Рәсәй мотоклубы президенты Александр Залдастановҡа иғтибар күрһәткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, махсус бүләк тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ