Ишембайҙа урындағы косметологҡа енәйәт эше ҡуҙғатылған

Ишембайҙа урындағы косметологҡа мөрәжәғәт итеүсе бер нисә ҡатын-ҡыҙҙың зыян күреү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. «Бьюти Стар» студияһында битендәге һырҙарҙы тигеҙләргә теләгән гүзәл заттар өсөн процедура күңелһеҙ тамамлана. Матур йөҙ урынына улар һытҡы, таптар менән ҡаплана, тиреләренең һиҙгерлеге арта. Уларҙың хәле менән БЮТ хәбәрселәре ҡыҙыҡһынды.

Биттәге һытҡылар, таптар һәм йоҡарған бит тиреһе - лазер йоғонтоһо эҙемтәһеҙ ҡалмай. Был гүзәл зат өсөн матур, һырһыҙ йөҙ тураһындағы хыял район үҙәгендәге матурлыҡ студияһына барғандан һуң, селпәрәмә килә. Күңелһеҙ эҙемтәләрҙе суд экспертизаһы ла раҫлай.

Сикәмдәге ҡояштан ҡыҙынғандан һуң ҡалған бәләкәй генә тапты алырға теләгәйнем. Хәҙер аңлайым: уны пилинг менән генә лә алырға мөмкин ине. Тик косметолог лазер файҙаланды. Процедуранан һуң, мин бөтә кәңәштәрҙе лә теүәл үтәнем. Судта косметолог бына бит, йөҙөң яҡшырған, тигән була. Ул саҡта битемдәге етешһеҙлектәрҙе косметика менән ҡапларға мәжбүр инем.

Светлана Никитина, Зыян күреүсе

Әлеге ваҡытта Светлана дауалауға рөхсәте булған косметология клиникаһында дауаланыу үтә. Күңелһеҙ тәжрибәнән һуң ул бындай ойошмаларҙы айырыуса һаҡлыҡ менән һайлай. Ханым билдәләүенсә, бит тиреһе зыян күргәс, һәр процедура ғазапҡа тиң.

Минең битем ныҡ һиҙгер булып ҡалды. Укол эшләгәндә, анестезия файҙаланырға ярамай. Процедурала йыш ҡына ауыртыуға түҙә алмай, илайым. Бөгөн хатта иҫемде юғалтыу сигендә инем.

Светлана Никитина, Зыян күреүсе

Светланана башҡа, Ишембай ҡалаһындағы салонда кәмендә өс ҡатын-ҡыҙ зыян күргән. Әйткәндәй, «Бьюти Стар» адресы буйынса теркәлмәгән. Интернет селтәрендә ойошманың косметология хеҙмәте күрһәтеү тураһында рәсми мәғлүмәт тә юҡ. Студияның законға ярашлы эшмәкәрлек алып барыуы шикле.

Осраҡ буйынса һорауҙар күп. Ғәйеп белгестә генә түгел тип уйлайым. Ҡыҙҙар ойошмаға мөрәжәғәт итер алдынан, уның эшмәкәрлеге, белгестең махсус белеме булыу-булмауы менән танышырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа, бындай осраҡтар йыш осрай.

Алина Әҙеһәмова, Матурлыҡ үҙәге баш табибы, косметолог
Башбат

Сифатһыҙ косметолог хеҙмәттәре һирәк осрамаһа ла, компенсация алыусылар күп түгел. Ишембайҙағы осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Зыян күреүселәр ғәҙеллектең еңеп сығырына ышана.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ