Рәсәйҙең театр һәм кино сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 80-се йәшендә Бәләбәйҙә тыуған СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Чурикованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрҙе.
СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Михайловна Чурикованың вафат булыуы сәбәпле, «Ленком» театры коллективы, театр һәм кино сәнғәтен һөйөүселәрҙең барыһының да ҡайғыһын уртаҡлашам. Башҡортостан халҡы Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән бөйөк шәхестең ижадына, сағыу талантлы Чуриковаға, сәхнәлә һәм кинола төшөрөлгән төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле образдарына ғашиҡ булды. Күренекле актриса ҡабатланмаҫ оҫталығы, ихласлығы, бай эмоциялар палитраһы менән һоҡландырҙы. Ул тамашасы күңелендә тере хистәр уятты. Татантлы актриса Инна Михайловна Чурикова тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр тип яҙған Башҡортостан башлығы.



