Радий Хәбиров Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәргә ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин ҡуйған үҫеш маҡсаттарына ирешеү - өҫтөнлөклө эш тип билдәләне. Төбәк етәксеһе уҙған аҙнаға йомғаҡ яһап, яңы бурыстарҙы барланы. Һаулыҡ һаҡлау министрына ашығыс медицина ярҙамының эшен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү өсөн бер аҙна ваҡыт бирелде. Ултырышта уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә саралар ойоштороу, керәшен һыуыҡтарына мәкеләрҙе әҙерләү, хәрби бурысын башҡарған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү юлдары һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Уҙған аҙнала Башҡортрстанға килгәндә Рәсәй Президенты Владимир Путин республиканың социал-иҡтисади үҫеш темптарын юғары баһаланы. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, маҡсат - артабан да күрһәтелгән ышанысты аҡлау өсөн эшләү.

Республикала ашығыс медицина ярҙамы эшмәкәрлеген камиллаштырыу көнүҙәк талаптарҙың береһе булып тора. Һаулыҡ һаҡлау министры аҙна дауамында ошоға ҡағылышлы тәҡдимдәр әҙер буласағын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта төбәктә коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны кәмеүе күҙәтелә.

Кәңәшмәлә Радий Хәбиров сатлама һыуыҡтар осоронда күп кенә биләмәләрҙә электр энергияһы өҙөклөктәр килеп тыуыуын һәм ошоға бәйле йорттарҙың йылыһыҙ ҡалыуын да тәнҡит утына тотто. Ошонда уҡ мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡаралды.

Иглин районында яңы подстанция төҙөлә - ул йылдың беренсе кварталында әҙер буласаҡ. Осоргино буйынса подстанция 2023 йыл аҙағы - 2024 йыл башында сафҡа инә. Нуғай ауылы буйынса мәсьәлә Бөрө селтәре менән берлектә хәл ителә. Һыуыҡ һауа шарттарына бәйле, 7 ғинуарҙан 11-нә тиклем предприятие махсус режимда эшләгән, өҫтәмә бригадалар йәлеп ителгән.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Ултырышта шулай уҡ Рәсәйҙә иғлан ителгән «Уҡытыусы һәм остаз « йылы сиктәрендә ойошторолған күләмле саралар планы билдәләнде Төбәк район-ҡалаларында фәнни-ғәмәли конференция, август кәңәшмәһе, форум, күргәҙмә , уҡыуҙар һәм спорт ярыштары исемлеге теркәлде. Ауыл хужалығы өлкәһенә килгәндә, һөтсөлөк тармағын киңәйтеү өсөн ярҙам сараларын көсәйтеү күҙаллана. Республика һөт етештереү буйынса илдә бишенсе урында иҫәпләнә һәм был күрһәткестәрҙе артабан да яҡшыртыу бурысы ҡуйылды.

Быйыл һөт етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн 234 млн һум аҡса йәлеп итеү көтөлә. Заводты киңәйтеп көнөнә 150 тонна һөт урынына 250 тонна һөт һауырға ниәтләйбеҙ. Продукция күләмен арттырыу ассортиментты байытыуға ярҙам итә. Төбәк халҡына үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы сыр, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителәсәк.

Илдар Фәйзуллин, «Уфагормолзавод» ойошмаһы генераль директоры

Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бәйле һорауҙар ҙа иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусыларға ярҙам күрһәтеү һәм бәйләнеште координациялауға булышлыҡ итеү бурысы махсус хәрби операция зонаһына юлланған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа йөкмәтелгән.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ