Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡағылышлы закон проекты ҡаралыуы көтөлә

Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың 26 ғинуарҙағы парламент ултырышында махсус хәрби опреацияла ҡатнашыусыларға ҡағылышлы закон проекты ҡараласаҡ. Был йәһәттә Дәүләт Думаһына «Коррупцияға ҡаршы тороу тураһындағы Федеараль закон проекты» индереү күҙаллана. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларғҙың һөнәри эшмәкәрлеге менән бәйле килем һәм сығымы, милке, тормош иптәше һәм балалары тураһында отчет бирергә тейешлеге тураһында. Был турала документты улар махсус хәрби операция тамамланғас тапшыра ала.

Тәүге уҡыуға тәҡдим ителгән ҡанун проекттарына килгәндә, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә «Дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләүҙе ойоштороу тураһындағы ҡануниәт»кә үҙгәреш индереү тәҡдиме бар. Ул ҡабул ителһә капиталь ремонт өсөн компенсацияға документтар тапшырып йөрөү кәрәкмәйәсәк.

Парламентарийҙар «Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында Закон»ға төҙәтмә ҡарай. Шәхси йорто урынлашҡан ер биләмәһен, әгәр ҙә ул муниципаль һәм дәүләт милкендә булһа, граждандар бушлай үҙ исеменә теркәй аласаҡ. Уға яршалы 2031 йылдың мартына тиклем бындай мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға була.

Депутаттар аттракциондарҙың техник торошона дәүләт үҙ күҙәтеүе, ҡан донорҙарына йыллыҡ түләүҙәр, электрон тауыш биреү һәм башҡа закон проекттарын һуңғы уҡыуҙа ҡарарға йыйына.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ