Республика кардиология үҙәге аортаға, йөрәктән сыҡҡан иң йыуан артерия тамырына операция яһаған

Был әмәлиәт илдең 10 медицина учреждениеһында ғына яһала, Башҡортостан дауаханаһы ошо иҫәптә. Табиптар урында йыл һайын аортаға 10-15 операция яһай.

Шаран районы Күбәләк ауылында йәшәгән Геннадий Алтынбаев операцияны икенсе тыуған көнө тип иҫәпләй. Юл-транспорт фажиғәһенә эләккән ирҙең ҡан баҫымы ныҡ күтәрелә, һөҙөмтәлә аортаның бер ҡатламы шартлай. Көслө һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан Геннадий Алтынбаев Шаран район дауаханаһына барып етә, табиптар уны тиҙ арала Октябрьский ҡан тамырҙары үҙәгенә оҙатырға хәл итә. Тап ошо медицина учреждениеһы пациентҡа дөрөҫ диагноз ҡуя һәм Өфөгә операцияға ебәрә. Башҡала хирургтары пациентҡа ҡатмарлы операция уҙғарып фенистрацияланған стенд ҡуя һәм ғүмерен һаҡлап ҡала.

Өфөгә нисек килеп еткәнде хәтерләмәйем. Операциянан һуң ғына аңыма килдем. Был минең икенсе тыуған көнөм булды. Хәҙер кире ғәҙәти тормошҡа ҡайтам, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, саф һауала күберәк йөрөргә тырышам.

Геннадий Алтынбаев, Пациент

Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын ошондай 10-15 операция яһала. Хирургтар был әмәлиәтте заманса технологиялар ярҙамында, бәләкәй генә уйымдар яһап эшләй. Был үҙ сиратында пациенттың аяҡҡа баҫыу, йүнәлеү ваҡытын ҡыҫҡарта. Икенсенән, операция үткәргән кешеләр һуңынан ҡәҙимге тормош алып бара.

Республика кардиология үҙәге илдең иң ҡеүәте 10 медицина учреждениеһы исемлегенә инә. Беҙҙең табиптар ҡатмарлы, юғары һөнәри оҫталыҡ талап иткән операциялар яһай. Йыл һайын 6 мең тирәһе юғары технологиялы әмәлиәт үткәрелә.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ