Уларҙың дөйөм суммаһы 55 миллион һум. Иң ҙур грантҡа Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды лайыҡ булған. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Терәк-хәрәкәтендә етешһеҙлектәре булған уҡыусылар өсөн Өфөнөң 13-сө мәктәп-интернатында адаптив спорт бейеүе дәрестәре аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә. Был күнекмәләрҙе 8-се класста уҡыған Ғәлиә Шәрипова ла көтөп ала. Адаптив бейеү спорты менән һигеҙ йыл шөғәлләнеүсе үҫмер республика чемпионаты финалына ла үткән.
Проектың өлкән тренеры Татьяна Артамонова үҙенсәлекле балалар менән тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Коляскаларҙа бейеүҙе үҫтереүсе проект 2021 йылда башлана. Проекттың тәүге этабы туғыҙ ай дауам итә. 13-сө мәктәп-интернатында махсус майҙансыҡ бүленә. Тренерҙар һәм судьялар белем алып, махсус әҙерлек үтә. Башҡарылған эштәр үҫмерҙәргә спорт ярыштарында, инклюзив сәнғәт фествальдәрендә, халыҡ-ара ярыштарҙа уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирә.
Терәк-хәрәкәт органдарында етешһеҙлектәр булған балаларға ярҙам итеү һәм географияны киңәйтеү маҡсатында Стәрлетамак, Бәләбәй, Белорет ҡалаларында адаптив спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар асыу һәм ҡормалдар алыу күҙаллана.
Коляскала бейеп сәхнәләрҙе яулау, тамашасыны әсир итеү хәрәкәт итеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм йәштәргә ҙур терапияны алмаштыра,үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, ти белгестәр . Башҡортостанда ғына 4000 ашыу балала терәк-хәрәкәт итеү органдары етешһеҙлеге диагнозы раҫланған. Уларҙы спорт һәм сәнғәт аша реабилитациялауға булышлыҡ итеү йәшәүгә көс биреп, йәмғиәттә социалләшергә ярҙам итәсәк. Проект авторҙары терәк -хәрәкәт аппараты зараланыусылар өсөн быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр Рәсәй күбогын үткәреү маҡсатын да ҡуя.
Гүзәл Борханова






