Бер быуатҡа тиң ғүмер. Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе хеҙмәт һәм тыл ветераны Файза Юламанова үҙенең 100 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы. Юбиляр ете тиҫтәнән ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй. Тәбрикләү тантанаһына район һәм ауыл хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре, Файза Юламанованың балалары, туғандары йыйылды.
Файза Мостафа ҡыҙы 1923 йылда Һәмән ауылында тыуа.Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары ауыр ваҡытҡа тура килә. 1936 йылда атаһына нахаҡ бәлә яғып,ҡулға алалар. Файзанан тыш ғаиләлә тағы ике бала була. «Кулак балаһы» исемдәрен күтәреүе бик ауыр була уларға. Файза инәй 13 йәшендә генә тракторға ултыра.10 йыл яратҡан эшенә тоғро ҡала ул.Шуға ла уның даны тирә-яҡҡа «тракторсы Файза» булараҡ танылған.
Юбиляр тормош иптәше Шәһит олатай менән 10 балаға 6 ҡыҙға һәм 4 улға ғүмер бүләк итәләр. Әле уларҙың бишәүһе иҫән. Үкенескә күрә, тормош иптәше 48 йәшендә йәшләй генә вафат була. Инәй ауырлыҡтарға бирешмәй, балаларына тәрбиә биреү,уҡытыу, уларҙы оло тормош юлына баҫтырыу өсөн көсөн дә,ваҡытын да йәлләмәй. Уларҙы үҙ өлгөһөндә, эшһөйәр, тырыш итеп үҫтерә. Бәхетле ҡартлыҡ кисергән инәй ҡыҙы Фариза апай тәрбиәһендә.
Республиканың Башҡорт Ҡатын-ҡыҙҙар Ойошмаһы советы ҡарары нигеҙендә 100 йәшен билдәләгән юбилярға Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» тигән юғары награда тапшырылды. Районда бер быуатҡа тиң ғүмер кисереүселәр һаны - өсәү. Бала һәм үҫмер саҡтары ауыр осорҙарға тура килгән ололарыбыҙға ҡәҙер һәм хөрмәт.
Альбина Байегетова



