Башҡортостан делегацияһы Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән осрашыу үткәрергә, Минск автомобиль заводында, “Амкодор”ҙа һәм башҡа предприятиеларҙа булырға йыйына.
Радий Хәбиров уҙған аҙнала Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа Владимир Путинды быйыл июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумына саҡырҙы.







