Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бер аҙна эсендә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла

Өфөлә республиканың Беренсе президентына һәйкәл ҡуйыла. Уның авторы итеп скульптор Салауат Щербаков тәҡдим ителә.Радий Хәбиров Өфө мэрына тиҙ арала һәйкәл буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.  

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла

Күгәрсен районында йәшәүселәр Йомағужа һыуһаҡлағысы һәм Мораҡ ауылындағы мәктәпкә Мортаза Рәхимов исемен биреүҙе хуплай. Беренсе президенттың тыуған ауылы Тәүәкәндә уның музейын булдырыу ниәте бар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 11 ғинуарҙа вафат булды. Башҡортостанға эш сәфәре барышында ил президенты Владимир Путин Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштерергә тәҡдим итте.

Фото №1 - Мортаза  Рәхимовҡа  һәйкәл  ҡуйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ