Республикала мини-сиреналар 9 кешене янғындан ҡотҡарыуға ярҙам иткән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, уҙған аҙнала 135 янғын сыҡҡан, унда 3 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөрө, Ишембай, Кушнаренко һәм Нуриман райондарында мини-сиреналар тауышын ишетеп, кешеләр уттан ваҡытында ҡотҡарылған. Республикала торлаҡ йорттарҙы янғынды иҫкәрткән датчиктар менән йыһазландырыу күрһәткесе 52 процентҡа еткән. Оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар һәм башҡаларына мини-сирена бушлай бирелә.

Фото №1 - Республикала мини-сиреналар 9 кешене янғындан ҡотҡарыуға ярҙам иткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ