Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутатының статусына бәйле законға үҙгәреш индерелде. Парламентарийҙар социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә һайлаусыларға үҙҙәренең эше һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. “Властың вәкәләтле органында һәр депутат граждандар өсөн файҙалы мәғлүмәт сығанағы булып тора. Депутаттарҙың социаль селтәрҙәрҙә сәхифә алып барыу бурысын ҡанун менән беркеттек”, - тип белдерҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.







