Башҡортостанда торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы 97 мең 656 һум. Был турала Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдерәләр. Бер квадрат метрҙың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияны иҫәпләү маҡсатында кәрәк. Аҡса торлаҡ төҙөүҙә ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә бүленә.




