Башҡортостандан старшина Алмаз Сафинға, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде

Башҡортостандан старшина Алмаз Сафинға, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән, махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн старшина Алмаз Сафинға, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде. Әлшәй районы вәкиле хәрби операция зонаһына 2022 йылдың сентябрь аҙағында ҡушыла. Алмаз Сафин етәкселегендәге парашют-десант взводы дошман һөжүме күҙалланған участкала оборона позицияларын тотоп тора. Алыш барышында бер танк, ике бронемашина һәм Украина хәрби көстәренең 50-гә яҡын һалдаты юҡ ителә. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәгән старшина яу ваҡытында алған яраларынан вафат була, тип хәбәр ителә Кремль яҙмаһында.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ