Республикала СВО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын ойоштороу дауам итә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын ойоштороу дауам итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә төбәктә ноябрҙән 2615 малай-ҡыҙ балалар баҡсаһына бушлай йөрөй башлаған, 1173 бала түңәрәктәргә ҡабул ителгән. Хәрбиҙәрҙең яҡындарына «Ғаилә» социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре 3 меңгә яҡын консультация үткәреп, меңләп кешегә психологик ярҙам күрһәткән.

Республикала урта белем биреү учреждениеһында уҡыған 102 студентҡа уҡыу осорона дөйөм ятаҡтан урын бүленде. Ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын көсәйтеү өсөн хәрбиҙәргә яңы түләүҙәр уларҙың килеме иҫәпкә алынмай билдәләнә. Торлаҡ һәм коммуналь-хужалыҡ түләүҙәрен ваҡытында түләй алмаған осраҡта пеня иҫәбе артмай. Мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы малай-ҡыҙҙар бушлай йылы аш менән тәьмин ителде.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Финанс министры

Ипотека түләү менән ҡатмарлыҡтар кисергән ғаиләләргә кредит каникулы ҡаралған. Төбәктә 90 кеше түләүҙәр ваҡытын кисектереүҙе һораған һәм бөтә мөрәжәғәттәр ыңғай хәл ителгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың өлкән йәштәге ата-әсәләренә көндәлек тормошта ярҙам ойошторолған. Хәрбиҙәргә ҡаралған 20 мең һум түләүҙәр һәр бер һалдатҡа үҙ ваҡытында түләнеп бөткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ