58 миллион пассажир «Алға» картаһы менән файҙалана

58 миллион пассажир «Алға» картаһы менән файҙалана. Был хаҡта «Транспорт сәғәте»ндә «Башавтотранс» предприятиһы етәксеһе Надир Сәмиев һөйләне.

Компания былтыр маршруттарҙы тергеҙеп, хәрәкәт интервалдарын ҡыҫҡартҡан һәм линиялағы автобустарҙың эш графигын арттырған. Һөҙөмтәлә пассажирҙар ташыу күләме 14 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр кәмегән.

«Башавтотранс «предприятиеһы хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүлә. 2022 йылда ул мең ярымдан ашыу рейс башҡарған, дүрт гуманитар конвой оҙатҡан һәм Луганск Халыҡ Республикаһына төрлө класлы 20 автобус тапшырған. Быйыл да пассажирҙар ташыусы компания автобус паркын яңыртыуҙы дауам итергә ниәтләй. Бынан тыш, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уҙған йәйге миҙгелдә Ҡашҡаҙан күленә тиклем өҫтәмә маршруттар ойошторолдо.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ