Ғәҙәттән тыш хәл ҡыҙ бала әхирәттәренә барғанда теркәлгән. Ихатала йөрөгән эт хужа ҡыҙҙары ҡапҡаны асҡан мәлдә урамға сығып балаға ташлана.
Ҡыҙҙың маңлайында ҙур йәрәхәттәр, ләкин шаңҡыған бала илай ҙа алмай. Ун йәшлек Әҙиләне әйтерһең ҡырағай йыртҡыс талаған. Ысынында иһә ҡыҙға әхирәтенә барғанда эт ташлана.
Эттән таланған Әҙилә йортона үҙе ҡайта. Һуңынан ғына уға ата-әсәһе ашығыс медицина ярҙамы саҡырта. Дауаханала табиптар 11 яраны тегә.
Әҙилә әйтеүенсә эт ташланған ваҡытта эргәһендә башҡа кешеләр ҙә була, әммә бер кем дә ярҙам итергә ашыҡмай. Эт хужалары бар. Ләкин хайуан ихатала бәйһеҙ торған була.
Ваҡиға урынына тәүҙә хайуандарҙы яҡлаусылар килеп етә. Улар этте приютҡа урынлаштыра. Улар әйтеүенсә, хайуан ихатала йәшәгән һәм бер ниндәй ҙә тәрбиә күрмәгән. Әле Гром ҡушаматлы эт ситлектә карантинда тотола. Уны кинолог һәм ветеринарҙар тикшерәсәк.
Әҙилә лә бер нисә көнгә дауаханала ҡаласаҡ. Тәфтишселәр иһә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Әгәр эт хужаһының ғәйебе иҫбатланаһа, уға ла иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.



